Новый Белокатай
0 °С
Облачно
VK
Все новости
Новости
21 Января 2021, 14:11

Туҡланыу сифаты ныҡлы күҙәтеләсәк

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән республиканың Контроль-иҫәп палатаһы араһындағы килешеү социаль өлкә учреждениеларында халыҡты сифатлы туҡланыу менән тәьмин итеүгә этәргес бирәсәк.

Бөгөн ошо документҡа сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев менән Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов ҡул ҡуйҙы.
Килешеү срокһыҙ. Ул социаль учреждениелар туҡланыуҙы ойоштороу маҡсатында төҙөгән дәүләт һәм муниципаль контракттарҙың үтәлешен баһалауҙа хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота.
"Асыҡланған етешһеҙлектәр тейешле ҡарар ҡабул итеү өсөн Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһына тапшырыласаҡ. Был туҡланыу өлкәһендәге намыҫһыҙ ойошмаларға ҡарата ҡәтғи сара күреү, шулай уҡ дәүләт контракттарының үтәлешенә контролде көсәйтеү мөмкинлеген бирәсәк", – тине Алексей Гусев.
Бынан тыш, яҡтар вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға килеште. Хеҙмәттәшлек шулай уҡ берлектә саралар, кәңәшмәләр, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреүҙе лә күҙаллай.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: