Новый Белокатай
-17 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Новости
16 Февраля 2021, 13:18

100-ҙән ашыу ҡалала ойошторолған

“Сколково” фонды Башҡортостан эшҡыуарҙарын “Startup Tour-2021” сараһына саҡыра.

Ун йылдан ашыу инде “Сколково” фонды Стартап-тур ойоштора. Был Рәсәй төбәктәрендә инновация эшҡыуарлығын популярлаштырыуға һәм иң яҡшы технологик ҡарарҙарҙы табыуға йүнәлтелгән. Был ваҡыт эсендә ул 100-ҙән ашыу ҡалала булған, эксперттар конкурсҡа килгән 15 мең ғаризаны ҡараған. Быйыл стартап-тур илдең туғыҙ ҡалаһын биләйәсәк. Ә Өфөлә был сара 22 мартта ойоштороласаҡ.
“Стартап-тур” сиктәрендә ғәҙәттәгесә медицинала һәм ауыл хужалығында мәғлүмәт, биотехнологиялар, энергетик һәм индустриаль технологиялар буйынса конкурс үткәреләсәк. Сарала ҡатнашыу өсөн https://startup-tour.ru сайтында шәхси кабинетта теркәлергә һәм презентацияны теркәргә кәрәк. Ғаризаларҙы ҡабул итеү 8 мартта тамамланасаҡ, артабан экспертта ситтән тороп 22 мартта Стартап-тур сайтында (https://startup-tour.ru)сайтында тура эфирҙа үткәреләсәк 15 проектты һайлап аласаҡ. Ә һәр ярымфиналисты конкурсҡа Сколково менторҙары әҙерләйәсәк.
Өфөлә Стартап-тур республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамында үткәреләсәк. Өҫтәүенә, был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырасаҡ.
Фото: республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в