Новый Белокатай
-4 °С
Облачно
VK
Все новости
Новости
16 Февраля 2021, 13:19

Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов сығыш яһаны һәм быйыл милли проекттарҙың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡарма власть органдары һәм муниципалитеттар яғынан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөнән контролде көсәйтергә ҡушты.
– Артта ҡалғандарға ҡарата иң етди саралар ҡулланыласаҡ. Мин федераль видеоселекторҙар ваҡытында Дүртөйлө, Краснокама, Яңауыл, Мәләүез райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы хакимиәттәре башлыҡтарын яныма ултыртасаҡмын. Тап ошо биләмәләр милли проекттарҙы үтәмәү буйынса “ҡыҙыл зона”ла тороп ҡалған, – тине Радий Хәбиров. – Республика нимәнелер үҙләштермәгән тиһәләр, мин һеҙҙе күрһәтәсәкмен. Беҙ аҡса бирәбҙ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Тик ни өсөндөр башҡа райондар эшләй, ә һеҙҙеке килеп сыҡмай. Сәбәбе шунда: һеҙ был процестар тураһында башынан аҙағына тиклем уйламайһығыҙ. Эйе, конкурентлы процедуралар ваҡытында намыҫһыҙ кешеләр менән дә эш итәбеҙ. ФАС идаралығы был йәһәттән эшләп еткермәй. Бының менән әүҙем шөғөлләнһендәр, юғиһә уларҙың етәкселегенә мөрәжәғәт итәсәкмен. Ҡасан республикала был һоро схемалар туҡтар? Мин быға түҙмәйәсәкмен. Дөйөм алғанда, күрһәткестребеҙ насар түгел: Рәсәй буйынса уртасанан юғарыраҡ. Тик бының менән ҡәнәғәтләнмәйек, юғары күрһәткестәргә сығайыҡ.
2021 йылда милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 26,3 миллиард һум тәшкил итәсәк. Уның 17,7 миллиард һумы – федераль аҡса, ҡалған 8,5 миллиарды – республика бюджетынан.
Быйыл республика үҙ алдына ҙур бурыстар ҡуя. Мәҫәлән, 2,26 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Шул иҫәптән, Өфө, Октябрьский, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында.
– Был бик ҙур һандар түгел. Шуны онотмағыҙ, 2024 йылға тиклем беҙ йылына 4 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ индереү күрһәткесенә өлгәшергә тейешбеҙ. Бөгөндән күләмде үҫтерә башлағыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Илшат Тажетдинов белдереүенсә, былтырғы йылдың декабренән алып федераль субсидиялар һәм башҡа бюджет-ара трансферҙар өсөн 2021-2023 йылға тиклем 35,5 миллиард һумлыҡ килешеү һәм өҫтәмә килешеүҙәр төҙөлгән. Уларҙың 13,2 миллиард һумы быйылға тура килә.
– Был һандар һуңғы түгел. Йыл дауамында былтырғы йылдың ғәмәлгә ашмаған контракттары буйынса федераль бюджет аҡсалары ҡайтарыласаҡ. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф минисрлыҡтары республикаға 680 миллион һум аҡса ҡайтарыу мәсьәләһен ҡарай, – тине ул.
Шулай уҡ быйыл 200 километр автомобиль юлдарын ремонтлау, бынан тыш Өфө, Салауат ҡалалары, Өфө һәм Иглин райондарында төп юлдарҙы төҙөү, төҙөкләндереү һәм капиталь ремонтлау дауам итәсәк. Нефтекама ҡалаһында 1225 урынлыҡ һәм Булгаков ауылында 825 урынлыҡ мәктәптәр төҙөләсәк. 22 мәҙәниәт объекты сафҡа инәсәк һәм төҙөкләндереләсәк.
– Быйыл республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөй башлайбыҙ, өҫтәмә рәүештә биш онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәре асыласаҡ. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлап, 2667 урын индереү ҙә мөһим мәсьәлә, ауыл мәктәптәрендә 207 “Үҫеш нөктәһен” асасаҡбыҙ, – тине Илшат Тажетдинов. – Был ҙур маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн министрлыҡтар һәм муниципалитеттарҙан берҙәм тырыш эш кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: